+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июня 2022, 11:19

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары 13 465 кеше ҡабул итә

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына 2022 йылда бюджетҡа 13 465 абитуриент ҡабул ителәсәк. Вуздарҙың ҡабул итеү кампаниялары 20 июндән башлана һәм 27 июлгә тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй юғары уҡыу йорттарына һәм уларҙың филиалдарына ҡабул итеү ошо ваҡыттарҙа уҙғарыла. Билдәләргә кәрәк, Рәсәйҙең бөтә вуздарына ла бюджет урындары арттырылған, шуның 73 проценты төбәк вуздарына бирелә. Бюджет урындарға сығарылыш кластарының 64 проценты инә ала, барлығы 588 044 урын бүленгән.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова әйтеүенсә, 2022-2023 йылғы  уҡыу миҙгелдәренә бакалавриат, специалитет һәм магистратураға 13 465 бюджет урыны бирелә:  “Урындарҙың иң күбеһе инженер, педагогик белгестәргә бүленә”- тигән ул.
Рәсәй буйынса дөйөм бюджет урындары- инженерия, педагогия һәм медицина йүнәлештәренә бирелә. Илдең хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко белдереүенсә, сентябрҙан инженер һөнәренә 245 мең кеше белем ала башлай, педагогика ла 75 мең урын ҡаралған. Йәмғиәт һәм медицина фәндәре буйынса 68 меңдән ашыу һәм 54,7 мең тирәһе урын бүленгән. Быйыл абитуриенттар өс юл менән документ тапшыра ла. Уның тәүгеһе  шәхсән тапшырырға мөмкин, икенсе юлы – почта аша, өсөнсө юлы- университет сайты йәки “Юғары уҡыу йортона онлайн” суперсервисы аша тапшырырға була. 
 Был һөнәрҙәр импортты алмаштырыуҙа һәм илдең социаль- иҡтисади үҫешен тиҙләтеү өсөн мөһим йүнәлештәр.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас