-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июня 2022, 09:57

Башҡортостан Башлығы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

"Башҡортостандың хәҙерге медиатармағы республика тормошон һәр яҡлап яҡтыртыуҙы тәьмин итә, оператив рәүештә яңылыҡтар менән таныштыра, кешеләргә төп ваҡиғалар үҙәгендә булырға ярҙам итә", - тип белдерелә ҡотлауҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Фото:Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.

"Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Башҡортостандың хәҙерге медиатармағы республика тормошон һәр яҡлап яҡтыртыуҙы тәьмин итә, оператив рәүештә яңылыҡтар менән таныштыра, кешеләргә төп ваҡиғалар үҙәгендә булырға ярҙам итә.

Бөгөн яңы медиатехнологиялар йылдам үҫешә, мәғлүмәт тармағы киңәйә. Журналист һүҙе йәмғиәттә әһәмиәтле һәм абруйлы булып ҡала. Һеҙҙең һөнәри оҫталығыҙ арҡаһында кешеләрҙе борсоған проблемалар тураһында беләбеҙ, уларҙы һөҙөмтәле һәм тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Республиканың киң мәғлүмәт өлкәһендә халыҡ менән власть органдары араһында диалогты тәьмин итеүсе 3 меңгә яҡын журналист эшләй. Яңы ысынбарлыҡта беҙ, бер яҡтан, киң мәғлүмәт саралары тел һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡларға, икенсе яҡтан, яңы үҫеш нөктәләрен эҙләргә, мультимедиалы һәм һанлы мөмкинлектәр ярҙамында ҙур һорау менән файҙаланған ҡыҙыҡлы контент булдырырға тейеш.

Матбуғат һәм журналистика өлкәһендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән, йолаларҙы һаҡлап ҡалған, тәжрибәһен йәштәргә тапшырған ветерандарға рәхмәт белдерәм.

Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә һүнмәҫ ижади дәрт, яңы идеялар һәм уй-фекерҙәр теләйем! Журналист һүҙе һәр саҡ дөрөҫлөктө алып барһын, тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен!

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән, дуҫтар! Ижади уңыштар теләйем!"

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

 

Читайте нас