+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Июня 2022, 04:00

Юлай Мәҡсүтов иҫтәлегенә кисә үтте

Баймаҡта билдәле журналист Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан "Ҡояш булған ерҙә нур ҡала" тип исемләнгән Хәтер кисәһе үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлай Мәҡсүтов иҫтәлегенә кисә үттеЮлай Мәҡсүтов иҫтәлегенә кисә үтте
Юлай Мәҡсүтов иҫтәлегенә кисә үтте

Баймаҡта билдәле журналист Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан "Ҡояш булған ерҙә нур ҡала" тип исемләнгән Хәтер кисәһе үтте.

Шулай уҡ “Юлай аманаты” китабының исем туйы булды, Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде, уҡыусылар араһында ойошторолған мәҡәләләр конкурсына йомғаҡ яһалды.

Талантлы журналист, публицист Юлай Мәҡсүтов күп йылдар “Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы.

Комиссия Юлай Мәҡсүтов исемендәге журналистар премияһына “Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы” мөхәррире Әлфиә Хәмитова һәм “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Бохарбаева лайыҡ тип тапты.

Сарала Урал аръяғының билдәле журналистары, премияның комиссия ағзалары, уның лауреаттары, Юлай Мәҡсүтовтың мәҡәләләренең геройҙары, уның дуҫтары, яҡын туғандары, мәҡәләләр конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар, уларҙың уҡытыусылары, журналистар, китапханасылар һәм журналистың ижадына битараф булмаған яҡташтары ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов һәм Азат Биксурин кисәне йыр, ҡурай моңдары менән биҙәне.

Автор:
Читайте нас