-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Июня 2022, 03:51

Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы сыҡҡан

Китап Брайль шрифында башҡорт телендә баҫылған һәм рельеф-график һүрәттәр менән биҙәлгән. Йыйынтыҡҡа хикәйәләр, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр ингән.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы сыҡҡанҺуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы сыҡҡан
Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы сыҡҡан

Китап Брайль шрифында башҡорт телендә баҫылған һәм рельеф-график һүрәттәр менән биҙәлгән. Йыйынтыҡҡа хикәйәләр, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр ингән.  

М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә танылған шағирә, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың «Машина ниңә "дүрт-дүрт" - ти?» тигән исемле китабы донъя күргән.

 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм танылған яҙыусының ижади иҫәбендә — ундан ашыу китап. 2017 йылда «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр йыйынтығы өсөн Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

 Техник эшкәртеүҙән һуң китап республикалағы махсус китапханаларға тапшырыласаҡ.

Фото  "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас