+1 °С
Ясно


Салауат районында 11 июндә «Салауат йыйыны-2022» фольклор байрамы үтә, тип хәбәр иткәйнек.
Һауа торошона бәйле сара 18 июнгә күсерелә, тип белдерҙеләр Салауат районы хакимиәтенән.
Байрам программаһында тирмәләр конкурсы, «Шайтан-Көҙәй ырыуы тураһында легенда» театрлаштырылған тамашаһы, район ауылдарының үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары конкурсы, көрәш, спорт һәм халыҡ уйындары, ат сабыштары ҡаралған.
Башланыу ваҡыты - иртәнге 11.00 сәғәттә.