+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Июня 2022, 03:25

Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөнә рәхим итегеҙ

14 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөнә рәхим итегеҙМатбуғатҡа яҙылыусылар көнөнә рәхим итегеҙ
Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөнә рәхим итегеҙ

14 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә.

Республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр – тау велосипеды, мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар, тышҡы аккумуляторҙар (power bank) уйнатыла.

6-16 июндә Ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы барыуын да иҫәпкә алғанда, яратҡан баҫмаларға 10% ташлама менән яҙылырға мөмкин буласаҡ. Беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә лә өҫтәмә ташлама бар.

Сарала «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Ауаз» фольклор ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Любовь Богатырева, виртуоз баянсы-гармунсы Салауат Әҡсәнов, Лилиә Ишемйәрова, Илнур Лоҡманов, «Тамыр» балалар йыр ансамбле, Филүс Беркет һәм башҡа билдәле сәхнә йондоҙҙары  сығыш яһай.

Шулай уҡ Матбуғат йорто алдындағы майҙанда «Китап» нәшриәтенең китап продукцияһын, халыҡ кәсептәре әйберҙәрен һатыу ойошторола.

Байрамға рәхим итегеҙ, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға Матбуғат байрамы тураһында һөйләгеҙ, сараға ғаиләгеҙ, дуҫ-иштәрегеҙ менән бергәләп килегеҙ.

Был көндө "Башҡортостан ҡыҙы" журналына 579 һум 06 тингә яҙыла алырһығыҙ.

Редакциянан килеп алыу шарты менән журнал 540 һумға төшөр.

Автор:
Читайте нас