0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июня 2022, 03:55

Имтихандарҙа тәүгеләрҙән булып иң юғары баһа алыусылар

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар араһында 100 балл йыйыусы тәүгеләр билдәле булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Имтихандарҙа тәүгеләрҙән булып иң юғары баһа алыусыларИмтихандарҙа тәүгеләрҙән булып иң юғары баһа алыусылар
Имтихандарҙа тәүгеләрҙән булып иң юғары баһа алыусылар

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар араһында 100 балл йыйыусы тәүгеләр билдәле булды.

26 майҙа үткән география, әҙәбиәт, химия фәндәренән 20 уҡыусы БДИ-ын 100 балға биргән. Улар араһында Борай ауылының 2-се гимназияһын тамамлаған Луиза Хәлил ҡыҙы Тажетдинова ла бар. Ул химия буйынса иң юғары баһаға өлгәшкән. Уҡытыусыһы - Әнисә Илдар ҡыҙы Мортазина.

Ғөмүмән алғанда, ул көндә химиянан Бүздәк, Дүртөйлө, Иглин, Бишбүләк, Шишмә, Борай, Бәләбәй райондарынан, Өфө, Сибай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 19 уҡыусы 100 балл йыйған.

Автор:
Читайте нас