+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июнь 2022, 05:06

Генерал Шайморатовҡа бюст асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Луганск халыҡ республикаһына эш сәфәре барышында  Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды.  Легендар 112- се кавалерия дивизияһы командиры был ауылдан алыҫ түгел ерҙә батырҙарса һәләк булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Генерал Шайморатовҡа бюст асылдыГенерал Шайморатовҡа бюст асылды
Генерал Шайморатовҡа бюст асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Луганск халыҡ республикаһына эш сәфәре барышында  Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды.  Легендар 112- се кавалерия дивизияһы командиры был ауылдан алыҫ түгел ерҙә батырҙарса һәләк булған.

Генералға һәйкәл асыҡ тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров былай тине:

  • Беҙҙең ҡыйыу яҡташыбыҙ, генарал Шайморатовҡа бюст асыу тантанаһында ҡатнашҡан Донецк халҡына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Хәҙер был ерҙә лә генерал иҫтәлегенә бюст бар, унда килеп сәскәләр һалырға була. Ошо тарафтарҙа йәшәүселәр, айырыуса балалар Шайморатавтың кем булыуын, уның батырлығын яҡшы белә. Ә Донбасс халҡын беҙ үҙебеҙҙең туғандар тип иҫәпләйбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Бюст асҡандан һуң, Радий Хәбиров һәм Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ғүмерен аямаған һәм ошо ерҙә һуңғы төйәген тапҡан командир бюсына сәскәләр һалды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас