

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идараһы начальнигы Владимир Севастьянов ДПС хеҙмәтенең биш айлыҡ эшенә йомғаҡ яһаны.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Йыл башынан 586 авария теркәлгән, уларҙа 19 кеше һәләк булған, 706 кеше тән йәрәхәттәре алған.
Машиналарҙың төкөшөүе – 291, йәйәүлеләрҙе бәрҙереү 198 осраҡта теркәлгән. Тап ошо ваҡиғаларҙа иң күп ғүмерҙәр ҡыйылған.
Аварияларҙың сәбәптәре араһында күпселек осраҡта урамдар киҫешеүен дөрөҫ үтмәү (112 осраҡ), хәүефһеҙ дистанцияны тотмау (81), йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урында ҡиғиҙәләрҙе боҙоу (65) тора.