+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июня 2022, 11:08

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк

Быйыл да 8 июлдә Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк.  Байрамды фестиваль форматында үткәреү ҡарары Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры тарафынан раҫланған.  Фестивалдең программаһында концерт, уңғандарға һәм бергә татыу оҙон ғүмер кисергән ғаиләләргә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы ҡаралған, шунда уҡ халыҡ ижады тауарҙары күргәҙмәһе урын аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәкБөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк
Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк

Быйыл да 8 июлдә Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк. Байрамды фестиваль форматында үткәреү ҡарары Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры тарафынан раҫланған. Сараның маҡсаты – йәмғиәтебеҙҙә ғаилә статусының баһаһын арттырыу, никахҡа һәм атай-әсәлеккә ыңғай, матур ҡараш тәрбиәләү, ғаилә, туғанлыҡ ҡиммәттәрен нығытыу. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 8 июль –  православие изгеләре кенәз Пётр һәм уның ҡатыны Феврония иҫтәлегенә арналып билдәләнеүсе байрам. Фестивалдең программаһында концерт, уңғандарға һәм бергә татыу оҙон ғүмер кисергән ғаиләләргә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы ҡаралған, шунда уҡ халыҡ ижады тауарҙары күргәҙмәһе урын аласаҡ. Бөрө — боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы статусына эйә булған тарихи биләмә, һуңғы ваҡытта туризм зонаһы булараҡ та үҫешә. Унда Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө 2019 йылдан үткәрелә һәм матур бер йолаға әйләнгән.

Фото  "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интрнет-порталынан алынды. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас