+7 °С
Облачно


Өфөнән Көнсығышҡа сығыу юлының төньяҡ тоннеле тулыһынса үтелде, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Башҡортостан Хөкүмәтенән алынған мәғлүмәткә таянып.
Тоннел Ҡариҙел йылғаһы ярынан Салауат Юлаев проспектына тиклем асылған. Хәҙер төҙөүселәргә материалдар ташыу, ҡаҙылған тау тоҡомдарын сығарыу күпкә ҡулайыраҡ.
Йыл башынан төҙөлөштә 3,5 млрд һум аҡса үҙләштерелгән. Ғөмүмән алғанда, Көнсығышҡа сығыу юлы 49 процентҡа әҙер. Унда барлығы 2,5 мең кеше эшләй.