

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирустан өс яҡташыбыҙ вафат булған. Пандемия башланғандан алып республикала был афәтле сирҙән донъя ҡуйыусылар 5 705 булып китте.
Тәүлек эсендә инфекция тағы 76 сырхауҙа раҫланған. 8 июнгә ҡарата уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 289 252-гә еткән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа коронавирустан дауаланыусылар – 140, 91-е – 60 йәштән өлкәнерәк. Сырхауҙарҙың 19-ының хәле ауыр, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярамында тын ала.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 421, шул иҫәптән 148-е – 60 йәште уҙған олатай һәм өләсәйҙәр.
Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 15 кеше ковидтан һауығыуға өлгәшкән. Сәләмәтләнеүселәр барлығы – 282 989.
Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә килтерә. Үпкә ялҡынһыныуы бер тәүлектә 13 ауырыуҙа асыҡланған, унан ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 35.
Фото “Башинформ”дан алынды.