0 °С
Облачно


Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында 4-11 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.
Унда теләге булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғынна эйә, аҡса түләргә кәрәкмәй. Конкурс йомғаҡтары буйынса финалистарҙың эше китап булып донъя күрә. Сара рус телен һаҡлау һәм үҫтереү сиктәрендә үткәрелә.
Республика Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың төбәк этабы 7 октябргә тиклем була. Федераль өлөшө 10 октябрҙән 31-нә тиклем ойошторола.
Тулыраҡ мәғлүмәтте https://apkpro.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтта табырға мөмкин.