-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июня 2022, 08:36

Байрамдарҙа медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?

Байрам көндәрендә – 11, 12, 13 июндә республикабыҙҙа медицина ойошмаларының нисек эшләйәсәге билдәле булды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдарҙа медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?Байрамдарҙа медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Байрамдарҙа медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?

Байрам көндәрендә – 11, 12, 13 июндә республикабыҙҙа медицина ойошмаларының нисек эшләйәсәге билдәле булды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Поликлиникалар түбәндәге график буйынса эшләйәсәк:

– 11 июндә – шәмбе графигы буйынса – 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, табипты өйгә саҡыртыу (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) хаҡында мөрәжәғәттәр 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә;

– 12 июнь – байрам көнө;

– 13 июнь – шәмбе графигы буйынса – 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, табипты өйгә саҡыртыу хаҡында мөрәжәғәттәр (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Ковидҡа ҡаршы прививканы:

– 11, 13 июндә 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләтергә була,

– фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шул иҫәптән мобиль ФАП-тарҙа, ауыл табиплыҡ амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында – медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған график буйынса,

 – 12 июндә (кәрәк булғанда) 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем яһатырға мөмкин.

“Ял көндәрендә стационарҙарҙа койкалар резервы булдырыласаҡ, ваҡытында ашығыс һәм планлы медицина ярҙамы күрһәтеү тәьмин ителәсәк; кәрәкле дарыу препараттарының, медицина кәрәк-яраҡтарының тейешле запасы тупланасаҡ, кисектергеһеҙ стоматология ярҙамы күрһәтеләсәк. Бынан тыш, тиҙ медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм ҡабул итеү-диагностика бүлектәре, медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре эшенә иғтибар көсәйтеләсәк”, – тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүсе тармаҡтар, ковид-ауырыуҙарҙы дауалаусы стационарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас