

Пандемия башланғандан бирле республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 289 176-ға еткән. Һуңғы тәүлектә инфекция 81 ауырыуҙа асыҡланған. Был турала бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирусҡа бәйле хәлгә арналған брифингта хәбәр иттеләр.
Әлеге ваҡытта 129 сырхау дауаханала ята, шуларҙың 23-ө ауыр хәлдә. Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереп, өйөндә дауаланыусылар – 371.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә ковидтан йәнә өс ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән. Зәһәр вирустан йәмғеһе 5 702 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған. Шуларҙың күпселеге – 4 880-е – 60 йәштән өлкәнерәк.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Бөгөнгө көндә прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 2 802 943 (вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 112,8 проценты). Уның ике компонентын да ҡаҙатып, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 572 065 (103,7 процент).