

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе 17 июндә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумын ойоштора.
Сараның маҡсаты булып граждандар йәмғиәте институттарының, коммерцияға ҡарамаған секторҙың, дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген һәм социаль партнерлығын тәьмин итеү тора. Унда төрлө кимәл власть органдары, Башҡортостандың граждандар йәмғиәте институттары, Рәсәйҙең төбәк грант операторҙары, республиканың коммерцияға ҡарамаған секторы, урындағы һәм территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ органдары вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары, әүҙем граждандар ҡатнаша.
Форум тураһында ентекле мәғлүмәтте https://форумнкорб.рф. сайты аша алырға мөмкин.