

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йыл да уҙғарылып килгән “Йыл ғаиләһе – 2022”” республика конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды. Бәйгелә ҡатнашыусылар "Күп балалы ғаилә", "Алтын ғаилә", "Ауыл ғаиләһе", "Йолалар һаҡлаған ғаилә". "Йәш ғаилә" номинацияларында көс һынашты.
"Алтын ғаилә" номинацияһы еңеүселәре – Дәүләкән районынан Вәлиевтар. Уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә – 32 йыл. Ғаиләлә алты бала үҫә, шуларҙың дүртәүһен тәрбиәгә алғандар. Ғаилә башлығы Флорид Фәрит улы – социаль хеҙмәткәр, ҡатыны Ильмира Миңлеғәзим ҡыҙы – өйҙә хужабикә. Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын ҡәҙерләп һаҡлап, йәш быуынға тапшыра. Районда һәм мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙемдәр.
«Күп балалы ғаилә» номинацияһында Саҡмағош районынан 20 йыл бергә йәшәп, биш бала тәрбиәләгән Ғәлиевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Ғәлиевтар – муниципаль, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған конкурстарҙың әүҙем ҡатнашыусылары. Милли һәм мосолман байрамдарының йолаларын теүәл үтәп, заман кейемдәрендә милли орнаменттарҙы һәм биҙәктәрҙе файҙаланып, йәштәргә төрлө яҡлап өлгө булып тора улар.
Тәтешле районынан Мулләхмәтовтар ғаиләһе «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңде. Ғаилә башлығы Муллахан Мулләхмәт улы – Кәлтәй ауылында «Сәрбиямал» мәсетен, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға обелиск һалыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. Кәлтәй ауылы халҡының ырыу ағасын төҙөгән, тарих менән ҡыҙыҡһынған рухлы кеше.
«Йолалар һаҡлаған ғаилә» номинацияһында Салауат ҡалаһынан Ғәйнуллиндарға етеүсе булманы. Өс балалы ғаилә күп һанлы грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Ғаиләләрендә изге йолалар, өләсәйҙәрҙән ҡалған биҙәүестәрҙе быуындан-быуынға тапшырыу ғөрөф-ғәҙәте һаҡлана. Йәштәрҙә мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, телгә, йолаларға һөйөү тәрбиәләйҙәр
«Йәш ғаилә» номинацияһы еңеүселәре – Ағиҙел ҡалаһынан Иваевтар. Ғаилә башлығы Эдуард Владимирович 2014 йылда Сочиҙа үткән 11-се Ҡышҡы Паралимпия һәм 22-се Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү барышында әүҙем ҡатнашҡан. Улар ғаиләләре менән бер саранан да ситтә ҡалмай, «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара, «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» республика, йортһоҙ хайуандарға ярҙам, иҫке ҡағыҙ йыйыу акцияларына һалған тырышлыҡтары оло маҡтауға лайыҡ.
Номинацияларҙа еңеүсе бөтә ғаиләләр «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында үҙ көстәрен, һәләттәрен һынаясаҡ. Бәйгегә йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү көҙ Мәскәү ҡалаһында уҙасаҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.