+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июня 2022, 07:53

Пушкинға арналған музей

 Республика Башлығы Радий Хәбиров бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың 223 йыллығы уңайынан Башҡортостандағы “пушкин” урыны хаҡында һөйләгән. Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһенә яҙған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пушкинға арналған музейПушкинға арналған музей
Пушкинға арналған музей

 Республика Башлығы Радий Хәбиров бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың 223 йыллығы уңайынан Башҡортостандағы “пушкин” урыны хаҡында һөйләгән. Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһенә яҙған.

“Барыһы ла рус теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Рафиҡ Әминевтан башланған. 1979 йылда ул йәш педагог Көйөргәҙе районының Шәбәғыш ауылында А. С. Пушкинға арналған мәктәп музейы төҙөргә була. Сөнки үҙ заманында Пушкин, “Капитан ҡыҙы”, “Пугачев фетнәһе тарихы”н яҙғанда Ырымбур өлкәһенә, хәҙерге Башҡортостан биләмәләренә ингән Көйөргәҙе  районы ауылдарына сәйәхәт ҡыла.

Был ваҡиғаға арналған мәктәп музейы коллекцияһы шул осорҙан алып етди экспозициялар кимәленә тиклем арта. Бөгөн музей фондында  40 меңдән ашыу экспонат. Мәҫәлән, унда шағирҙың 86 телдә баҫылған әҫәрҙәр йыйынтығы һаҡлана. Дүрт тиҫтә йыл эсендә музей тарихи- мәҙәни комплексҡа әйләнгән. 2015 йылда унда А.С. Пушкинға һәйкәл асылған.

Музей ишектәре барыһы өсөн дә асыҡ. Ә Рафиҡ Ғибаҙрахман улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һәр бер килеүсегә экскурсиялар ойоштора.

Александр Сергеевичты тыуған көнө  һәм барығыҙҙы ла рус теле көнө менән! Ә Рафиҡ Ғибаҙрахман улына сәләмәтлек теләйем, тигән Радий Фәрит улы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас