+11 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июня 2022, 10:31

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын кемдәр алырға мөмкин?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре хаҡында”ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителергә мөмкин кешеләр исемлеген киңәйтә. Был турала республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын кемдәр алырға мөмкин?“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын кемдәр алырға мөмкин?
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын кемдәр алырға мөмкин?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре хаҡында”ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителергә мөмкин кешеләр исемлеген киңәйтә. Был турала республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хәҙер исемлеккә ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе (тәрбиәләп үҫтергән) ата-әсәләр, шулай уҡ тәрбиәгә ете һәм унан күберәк бәлиғ булмаған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм баланы алған опекундар, попечителдәр (шул иҫәптән тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләр һәм патронат ғаиләләр) индерелгән.

Шулай итеп, үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, хәҙер был миҙалға түбәндәгеләр тәҡдим ителергә мөмкин:

1) Башҡортостанға дан килтергән, кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау өсөн батырлыҡ күрһәткән йәки ҡаһарманлыҡ ҡылған, йә иһә фән, ижад, спорт һәм ижтимағи әһәмиәткә эйә башҡа өлкәләрҙә айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр;

2) өс һәм унан күберәк инвалид баланы уллыҡҡа алыусылар;

3) тәрбиәгә ете һәм унан күберәк бәлиғ булмаған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм баланы алған опекундар, попечителдәр (шул иҫәптән тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләр һәм патронат ғаиләләр);

4) ете бала тәрбиәләүсе (тәрбиәләп үҫтергән) ата-әсәләр.

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы республикала 2014 йылда булдырылды. Йыл һайын урындағы үҙидаралыҡ органдары тәҡдиме буйынса был миҙал менән сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүеше алып барыусы, спорт, ижад менән шөғөлләнеүсе, үҙ өлгөһөндә традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе 10 ғаилә бүләкләнә. Миҙал алыусыларға 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тә бирелә.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас