

“Башҡортостан королеваһы” Лиана Халиҡова 5 июндә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Сәхнәлә шәхес тә, һөнәренең оҫтаһы бураҡ та үҙенең иң матур яҡтарын асҡан, тормош маҡсаттарын аныҡ билдәләй белгән һылыу матур бейеүе һәм йыры менән дә һоҡланыу уятты тамашасыларҙа. Шулай уҡ һорауҙарға тапҡыр яуап биреп, бәйгенең бөтә һынауҙарын да лайыҡлы үтте сибәркәй. Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының профсоюз ойошмаһы ағзаһы, шәфҡәт туташы Лиана Халиҡова “Башҡортостан королеваһы-2022” республика конкурсында еңеүгә өлгәште. Күркәм тормош ҡороп, балалар үҫтергән, һөнәри оҫталығын туҡтауһыҙ камиллаштырған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан әсәнең гүзәллек бәйгеһендә уңыш ҡаҙаныуы – үҙе бер сағыу ваҡиға. Әйткәндәй, конкурстың маҡсаты – ҡатын һәм әсә статусының нескә заттың үҫеш мөмкинлегенә сик була алмауын күрһәтеү, дәлилләү.
“Башҡортостан королеваһы-2022” – Бөтә Рәсәй бәйгеһенең төбәк этабы. Лиана алдында тағы бер оло һынау тора – Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлау. Яҡташыбыҙға уңыш йылмайһын, тип теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.