

Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлына асфаль һалыу тамамланды.
Был юлды Урал аръяғы халҡы бик оҙаҡ көттө. Ни сәбәптәндер, уны башланылар ҙа, ташланылар. Сибайҙар өсөн баш ҡалаға юл йөрөү 30 саҡрымға ҡыҫҡара. Әбйәлил районы халҡын иһә яңы юл Урал аръяғының баш ҡалаһы тип нарыҡланған Сибай менән тығыҙыраҡ бәйләргә булышлыҡ итә.
“Ятып ҡына үпмәле асфальт! Был юлдың ҡәҙерен беҙ, Әбйәлилдәр, генә аңлайбыҙҙыр! 30 йыл буйы көтөлгән Асҡар-Сибай юлы бит ул! Ошо юлды вәғәҙә итеп нисә депутат һайланды, күпме ҡултамғалар йыйылды икән?! Нимә генә булһа ла барыһы ла үткәндә ҡалһын, ә яңы юлдан йөрөүселәргә хәйерле, имен сәфәрҙәр!” – тип яҙа үҙенең схифәһендә билдәле тележурналист, Әбйәлил ҡыҙы Рәмзиә Кәримова.