

1 июндән Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы 12 110 һум, хеҙмәткә һәләтле кешеләр өсөн – 13 200, пенсионерҙарға – 11 474, балалар өсөн 11 747 һум күләмендә билдәләнде. Республика Хөкүмәтенең ошо туралағы ҡарары Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.
Документта аңлатылыуынса, был ҡарар “Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йәшәү минимумын 10 процентҡа күтәреү хаҡындағы күрһәтмәһен үтәү маҡсатында” ҡабул ителгән.
Ҡарар 2022 йылдың 1 июнендә үҙ көсөнә инде һәм 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Йән башына йәшәү минимумы, мәҫәлән, 3 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие, аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәштән 17 йәшкә ҡәҙәрге балаларға түләүҙәр кеүек дәүләт ярҙамы сараларын билдәләгәндә граждандарҙың мохтажлыҡ кимәлен баһалау өсөн ҡулланыла.
1 июндән Рәсәйҙә эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары, йәшәү минимумы, минималь хеҙмәт хаҡы күләме 10 процентҡа арттырылыуы хаҡында яҙып үткәйнек инде. Был маҡсаттарҙа федераль бюджеттан 509,7 миллиард һум аҡса бүленә. Шуның 472,4 миллиард һумы пенсияларҙы индексациялауға йүнәлтеләсәк.