+10 °С
Ясно


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республика территорияһында битлек режимы туҡтатылып тора.
Күмәк халыҡ булған урындарҙа битлектәрҙе 65 йәштән өлкәнерәктәргә, хроник сирҙәре булған кешеләргә кейергә кәңәш ителә.
Бынан тыш, ойошмаларға ингәндә тән температураһын үлсәү талабы ғәмәлдән сығарыла.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.