+9 °С
Ясно


Кисә Белорет районындағы Железнодорожный ауылында урынлашҡан нефть базаһында шартлау булыуы тураһында хәбәр иткәйне киң мәғлүмәт саралары.
Ошо ғәҙәттән тыш ваҡиға буйынса Белорет район-ара тәфтиш комитеты енәйәт эше асты, тип белдерәләр тикшереү хеҙмәтенән.
«Башнефть-Розница» ЯСЙ-нең “Башҡортостан” төбәк бүлегенә ҡараған базала бензин һаҡлау резервуарҙарын таҙартҡа мәлдә шартлау була. Һөҙөмтәлә резервуар емерелә, унда эш алып барған дүрт кеше, тәндәре бешеп, дауаханаға эләгә. Икәүһенең хәле ауыр.
Килеп тыуған хәлдең сәбәптәрен шулай уҡ предприятиела төҙөлгән комиссия ла тикшерә.