+2 °С
Облачно


Өфөлә Башҡортостандың фәнни учреждениелары һәм юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми хеҙмәт конкурсы еңеүселәрен билдәләнеләр. 12 номинация буйынса дипломдарға 60- н ашыу ғалим һәм ғилми коллективтар лайыҡ булды.
Конкурста республиканың йәш аспиранттары, 35 йәшкә тиклемге фән кандидаттары, 40 йәшкә тиклемге фәндәр докторҙары һәм ғилми коллективтар ҡатнашты.
Республика университеттары һәм фән ойошмалары алдында ғилми- белем биреү өлкәһендә кадрҙар потенциалын үҫтереү, йәш ғалимдарға стимул биреү һәм фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу бурысы тора.