

“Компас” фонды илебеҙҙә тормошҡа ашырылған экология өлкәһендәге бөтә проекттарҙы берләштергән үҙәк буласаҡ.
Экология өлкәһендә закон булдырыу башланғысын әҙерләү, шулай уҡ үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү системаһын төҙөү, йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү, экологик яҡтан белем биреү менән Рәсәйҙә беренсе Рәсәй экологик башланғыстарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды “Компас” шөғөлләнәсәк. Был хаҡта Дәүләт Думаһының экология, тәбиғи ресурстар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
– “Компас” – Рәсәйҙә беренсе экологик башланғыстарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, ул халыҡ башланғыстары менән закон араһында тоташтырыусы звено булып торасаҡ. Был илебеҙ экологияһында ыңғай үҙгәрештәргә килтерер, – тип билдәләй Дәүләт Думаһының экология, тәбиғи ресурстар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Кобылкин.
“Компас” экология ғаиләһенең бер өлөшө булыу өсөн https://eco-compass.ru/ һылтанмаһы буйынса рәсми сайтта теркәлергә һәм унда шәхси кабинет булдырырға ғына кәрәк.
Шәхси кабинетта аҡса йыйыуҙа, тематик сараларҙа ҡатнашырға, экологик башланғыс тәҡдим итергә, үҙ әүҙемлегеңде күҙәтеп барырға мөмкин. Шулай уҡ үҙ төбәгеңдәге проблемалар хаҡында һөйләү, уны хәл итеү юлын күрһәтеү мөмкинлеге бар.
Социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡтар, көнүҙәк мәғлүмәт менән танышырға, конкурстарҙа, һорауламаларҙа ҡатнашырға була: https://vk.com/compassfund, https://ok.ru/group/62436103553124, https://zen.yandex.ru/compassfund, https://t.me/compassfund.
Фонд эшмәкәрлегенә рәсми старт “Куча” музыкаль экофестивалендә бирелә. Ул 3 июндә Люберцы ҡалаһында, Красково ҡасабаһында үтә.