-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июня 2022, 07:32

Белем биреүҙең ниндәй системаһы уңышлы

Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков илдең юғары белем биреү системаһында бакалавриат һәм магистратура ҡаласаҡ тип белдергән. Ләкин ул ҡайһы бер вуздарҙа классик специалитет менән алмаштырылыуы ла ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белем биреүҙең ниндәй системаһы уңышлыБелем биреүҙең ниндәй системаһы уңышлы
Белем биреүҙең ниндәй системаһы уңышлы

Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков илдең юғары белем биреү системаһында бакалавриат һәм магистратура ҡаласаҡ тип белдергән. Ләкин ул ҡайһы бер вуздарҙа классик специалитет менән алмаштырылыуы ла ихтимал.

Министрҙың әйтеүенсә, 20 йыл дауамында эшләп килгән система бер көн эсендә юҡҡа сыға алмай. Рәсәй уҡыусылары һәм студенттары араһында белем биреүҙең көнбайыш формаһы әле лә абруйлы булып ҡала.

  • Хәҙер бакалавриат белеме күп  йәштәрҙә бар, ләкин  магистр дәрәжәһенә эйә булмаған урта ҡуллы белгестәр каръера эшләй алмай. Йәғни дәүләт граждандар хеҙмәтендә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүгә квалификация талаптары юғары. Киләсәк специалитет, бакалавриат һәм магистратураһының бер- береһен уңышлы тулыландырып барыуында, - тигән министр.

Белем биреүҙең Болон системаһы буйынса 49 илдә уҡыйҙар. Рәсәй был системаға 2003 йылда инде һәм ул ике кимәлле белем биреүҙе күҙ уңында тота.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас