+2 °С
Ясно


Республикала төҙөлөш тармағы йылдың башынан ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә.
Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов билдәләүенсә, 2022 йылдың ғинуар – апрель айҙарында барлығы 1,04 млн квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Күрһәткес былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 10,8 процентҡа юғарыраҡ. Ғөмүмән алғанда, сафҡа индерелгән яңы торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округта – икенсе, Рәсәйҙә етенсе урында тора.