

Тәҙрәнән ҡолау – балалар үлеменең һәм уларҙың тән йәрәхәтенә дусар булыуының иң төп сәбәптәрҙең береһе. Бигерәк тә, ҡалала. Ҡыҙыҡһыныусан бәләкәстәр, тәҙрә төбөнә күтәрелеп, уны асып ҡарарға маташа. Кисә кис Бөрө ҡалаһының Социалистик урамында биш йәшлек малай 2-се ҡаттан ҡолап төшкән. Бәхеткә күрә, бала иҫән ҡалған, әммә тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар. 29 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Еңеү урамында биш йәшлек бала күп ҡатлы йорттоң 3-сө ҡатындағы тәҙрәнән ҡолаған. Ҡыҙсыҡ ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханала, табиптар күҙәтеүе аҫтында. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылда республика буйынса 12 бала асыҡ тәҙрәнән осоп төшөп зыян күргән, берәүһе һәләк булған. Ошондай бәхетһеҙ осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн:
– тәҙрә янына ултырғыс, диван, өҫтәл ҡуймағыҙ, улар ярҙамында бәләкәс еңел генә тәҙрә төбөнә менә;
– балаларға тәҙрә төбөндә уйнарға, яңғыҙҙарына балконға йәки лоджияға сығырға рөхсәт итмәгеҙ;
– балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, асма тәҙрәләрҙе нығытыусы махсус ҡоролмалар ҡуйығыҙ;
– тәҙрәләргә көпләнгән селтәрҙәр бала ауырлығын күтәрә алмай. Уға ышанмағыҙ, уяу булығыҙ;
– бәләкәсегеҙҙе бер генә минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан алынды.