-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июня 2022, 04:00

Йырсы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереп

Тәтешле районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Хәниә Фәрхигә һәйкәл асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йырсы тураһында хәтерҙе мәңгеләштерепЙырсы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереп
Йырсы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереп

Тәтешле районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Хәниә Фәрхигә һәйкәл асылды.

Халыҡ һөйөүен яулаған сәхнә оҫтаһына ошо көндәрҙә 62 йәш тулған булыр ине.

Һәйкәл район хакимиәте, эшҡыуарҙар һәм халыҡ аҡсаһы иҫәбенә эшләнгән. Авторы ­– скульптор Хәлит Ғәлиуллин.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Тәтешле районы хакимиәте, Хәниә Фәрхи исемендәге концерт агентлығы башланғысы менән Үрге Тәтешлелә беренсе тапҡыр Хәниә Фәрхи исемендәге “Онотолор тимә...” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры конкурсы ла ойошторолған. Унда Башҡортостандан һәм сит төбәктәрҙән 123 кеше ҡатнашҡан.

Хәниә Фәрхи 57 йәшендә генә вафат булып ҡалды. Ҡазанда ерләнгән. Уның исеме менән Үрге Тәтешле ауылында урам аталған. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында йырсыға арналған экспозиция залы асылған.

Автор:
Читайте нас