

Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап, "Юлдаш" радиоһы ойошторған балалар һабантуйы шаулап-гөрләп үтеп китте.
Бөгөн шулай уҡ унда мәктәп эргәһендәге “Ҡурай” йәйге балалар лагеры асылды.
Йәй башында барлыҡ райондарҙа үткән милли байрамыбыҙҙағы кеүек, балалар һабантуйында ла сабыш, төҡта йүгереү, арҡан тартышыу, көршәк ватыу уйындары ойошторолдо. “Юлдаш тауышы” майҙансығында уҡыусылар йырланы, шиғырҙар һөйләне. “Тамыр” йыр студияһының сығышы байрамға сағыу төҫ өҫтәне. Гимназияның талантлы балалары үҙҙәре лә матур йыр һәм бейеү номерҙары әҙерләгәйне.
Күңелле байрамды “Вәт шәп кис” йәштәр проекты ди-джейҙары А. Сәсәнбаев, В. Фәйзуллин, И. Рамаҙанов алып барҙы.
Барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыусылар бүләкһеҙ ҡалманы.