-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июня 2022, 06:15

"Робоһабантуй" фестивале һәләтле балаларҙы йыя

3-4 июндә Бәрйәндә “Шүлгәнташ” ҡурсыулығында “Робоһабантуй” республика робот техникаһы фестивале ойоштороласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.  Фестивалдә республиканың белем биреү учреждениеларынан 1-2 кешенән торған командалар ҡатнашасаҡ. Сарала ҡатнашырға теләүселәргә бөгөн сәғәт дүрткә тиклем теркәлеү үтеү мотлаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Робоһабантуй" фестивале һәләтле балаларҙы йыя"Робоһабантуй" фестивале һәләтле балаларҙы йыя
"Робоһабантуй" фестивале һәләтле балаларҙы йыя

3-4 июндә Бәрйәндә “Шүлгәнташ” ҡурсыулығында “Робоһабантуй” республика робот техникаһы фестивале ойоштороласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. 

Фестивалдә республиканың белем биреү учреждениеларынан 1-2 кешенән торған командалар ҡатнашасаҡ. Сарала ҡатнашырға теләүселәргә бөгөн сәғәт дүрткә тиклем теркәлеү үтеү мотлаҡ.

Роботтар түбәндәге ярыштарҙа көс һынашасаҡ:

  • Робофутбол
  • Робокөрөш
  • Роботтар ярышы
  • Арҡан тартыу
  • Таш ырғытыу
  • Осҡан роботтарҙың ярышы
  • «Роботтар – ҡурсаулыҡ хеҙмәтендә» тигән темаға ижади конкурс.

Сараны  “Тимер батыр” студияһы, Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбе, Бөрйән районы хакимиәте һәм мәғариф бүлеге, “Шүлгәнташ” ҡурсыулығы етәкселеге ойоштора. Байрам бөтә санитар-гигиена талаптарына ярашлы үткәрелә. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр 8 927 37 61 944 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас