+9 °С
Облачно


Бөгөн – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо дата айҡанлы Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында милли байрам үтә.
Уны "Юлдаш" радиоһы ойоштора.
Сара иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. "Йәш дуҫтарыбыҙҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен сағыу тамаша, күңел асыу һәм спорт саралары, конкурстар көтә", - тип хәбәр итә "Юлдаш"тар.