+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июня 2022, 03:45

Башҡортостан Башлығының Ҡаҙанға эшлекле сәфәре

Кисә Ҡаҙанда Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығының Ҡаҙанға эшлекле сәфәреБашҡортостан Башлығының Ҡаҙанға эшлекле сәфәре
Башҡортостан Башлығының Ҡаҙанға эшлекле сәфәре

Кисә Ҡаҙанда Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе.

Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Көн тәртибенә сығарылған демография өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ауыл халҡының тормош сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төбәктәр етәкселәре, федераль министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡараны.

Ауылда йәшәүселәр дөйөм халыҡ һанының дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Улар илдең иҡтисади үҫешенә, экология, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҙур өлөш индерә, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Шуға ла ауыл ерендә ярлылыҡты кәметеү, тормош шарттарын яҡшыртыу, ауыл кешеләренең һаулығын нығытыу, ауылда мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрен үҫтереү мөһим йүнәлеш булып тора.

Ҡаҙанға эш сәфәре барышында шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашты. Ике республика етәксеһе араһында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара бәйләнеште нығытыу мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү булды. Улар 2022-2024 йылдарға саралар планына, шулай уҡ төбәктәр араһында сиктәр урынлашыуы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Автор:
Читайте нас