

Кисә Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров булды.
Ул "БУРИНТЕХ" һәм "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеларын ҡараны, "Йәшлек House" йәштәр йортонда "Осҡон" башҡорт халыҡ студенттар театры актерҙары менән осрашты, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар шарттарында төбәк иҡтисадында һәм социаль өлкәлә тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Игорь Комаров билдәләүенсә, Президент Владимир Путиндың указына ярашлы, һәр төбәктә социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлау буйынса ентекле саралар әҙерләү, уларҙы бойомға ашырыуҙың планы булырға тейеш. Төбәк иҡтисадындағы, ҡулланыусылар баҙарындағы, социаль өлкәләге хәлде анализлау һәм оператив саралар күреү, шулай уҡ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн урындарҙа оператив штабтар булдырыла.
Башҡортостанда бындай штаб эшен башлаған да инде. Радий Хәбировтың докладынан билдәле булыуынса, төбәктә иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы саралар комплексын ғәмәлгә ашыралар. Уға дөйөм суммаһы яҡынса 55 миллиард һум тәшкил иткән 150-гә яҡын сара инә.