+6 °С
Ясно


Быйыл Башҡорт дәүләт университетында "Журналистика" йүнәлеше буйынса белгестәр әҙерләүгә бюджет урындары бүленә.
Ике бюджет төркөмө йыйыласаҡ, уларҙың берәүһе башҡорт телен белгән журналистарҙы әҙерләүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ яңы профиль асыла - ул көнсығыш телдәрен белгән журналистарҙы әҙерләүгә махсуслаша.
Был хаҡта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең шәхси битендә яҙа.