+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Мая 2022, 08:04

Башҡортостан – халыҡ һаны иң күп төбәктәрҙең береһе

2021 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан илебеҙҙең халыҡ һаны иң күп төбәктәре иҫәбенә инде. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан – халыҡ һаны иң күп төбәктәрҙең береһеБашҡортостан – халыҡ һаны иң күп төбәктәрҙең береһе
Башҡортостан – халыҡ һаны иң күп төбәктәрҙең береһе

2021 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан илебеҙҙең халыҡ һаны иң күп төбәктәре иҫәбенә инде. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Росстаттың 2021 йылдың 1 октябре мәғлүмәттәре буйынса, республикала даими йәшәүсе халыҡ һаны 4,091 миллион иҫәпләнгән (шуның 2,530 миллионы – ҡала кешеләре, 1,561 миллионы – ауылда йәшәүселәр). Был – Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург ҡалаһы, Свердловск һәм Ростов өлкәләренән ҡала, етенсе урын. 2010 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда, республикала халыҡ һаны артҡан: ул ваҡытта беҙҙә 4,072 миллион кеше йәшәгән булған.

Волга буйы федераль округында Башҡортостан халыҡ һаны буйынса беренсе урынды биләй.

– Һуңғы ике-өс йылда беҙ миграция ағымы үҙгәрештәрен аныҡ теркәйбеҙ. Беҙҙә хеҙмәт миграцияһы сальдоһы ыңғай. Шулай уҡ һуңғы йылдар эсендә тәүге тапҡыр студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың ыңғай сальдоһын билдәләйбеҙ. Беҙгә өҫтәмә рәүештә ике меңдән ашыу студент килгән. Был – бик яҡшы тенденция, – тине Радий Хәбиров.

Йәниҫәптең аҙаҡҡы йомғаҡтары 2022 йылдың 31 декабренә тиклем яһаласаҡ һәм баҫылып сығасаҡ.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас