

Өфөлә Донбасстан әйләнеп ҡайтҡан табиптарҙың өсөнсө бригадаһын, туғандаш республикаға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан ялҡынлы йөрәкле кешеләрҙе һәм хәйриәселәрҙе тәбрикләү булып үтте.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә улар менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, республикабыҙҙан Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов осрашты.
Осрашыуҙа 30 медикҡа һәм меценатҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Беҙ Луганск халыҡ республикаһы халҡына, яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеүсе табиптарға хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был ярҙам бик кәрәк һәм бик мөһим. Һәм ул – бер тапҡыр үткәрелеүсе акция түгел, беҙ был эште даими нигеҙҙә алып барабыҙ. Әле беҙҙең медицина десанты Донбасс кешеләренә һәм балаларға диспансеризация сиктәрендә ярҙам күрһәтә”, – тине Максим Забелин.
Максим Забелин шулай уҡ туғандаш республикаға гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышлыҡ иткән хәйриәселәргә, был эштә битараф ҡалмаған барса кешеләргә изге ғәмәлдәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе.
Фото “Башинформ”дан алынды.