

Июнь башынан социаль йүнәлешле закондар үҙ көсөнә инә. Беренсе июндән эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсия аҡсаһы, шулай уҡ бәләкәй эш хаҡы һәм йәшәү минимумы арттырыла. Һуңғыһы иһә ҡайһы бер пособиелар һәм түләүҙәрҙе күтәреү мөмкинлеген дә бирә.
Был хаҡта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин үҙенең телеграм- каналында элекке мәғлүмәттәрҙе раҫлап, йәнә бер яҙып сыҡҡан. Бынан тыш ата- әсәһе булмағанлыҡтан пенсия алған граждандар, мәктәпте тамамлағандан һуң, бәлиғлек йәшенә етһә лә, юғары һәм урта профессиональ уҡыу йортона инмәгән осраҡта ла уларға түләү ваҡыты 1 сентябрға тиклем оҙайтыла. Юғары уҡыу йортона инеүҙә лә үҙгәрештәр бар. 2022 йылда Рәсәй хөкүмәте магистратура студенттары өсөн бюджет урындарын арттыра.
1 июндән власть органдары өсөн дә закон үҙ эсенә инә. Төбәк парламенттарының вәкәлләттәре 5 йылға, шулай уҡ уны ваҡытынан алда туҡтатыуҙың да тәртибе һәм сәбәбе билдәләнә. Ә Рәсәй Федерацияһы төбәге етәксеһе бынан ары рәсми рәүештә губернатор һәм башлыҡ тип аталасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Вячеслав Володин
Киләһе айҙың 8- ндә Рәсәй халҡының тейеш булған льготалар һәм пособиелар хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Уны социаль тәьминиәт берҙәм дәүләт системаһы аша белешергә була.
Бынан тыш ҡорал әйләнеше контроле, урман янғындары өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә, спорт сараларына инеү өсөн көйәрмән паспорты алыу мотлаҡ буласаҡ. Балалар онкологияһы һәм гематологияһына ҡаршы көрәштә ҡайһы бер заманса дарыуҙарҙы алыу һәм файҙаланыу мөмкинлеге арттырыла.