+2 °С
Ясно


Кисә Өфөлә "Мең велосипедсы” көнө үттә.
“Мең велосипедсы көнө” 11-се ҡала фестивалендә ун километрлыҡ маршрутты – Ленин майҙанынан Телеүҙәккә тиклем – егерме өс меңдән ашыу велосипедсы үткән. Фестивалдә ҡатнашыусылар һаны былтырғынан биш йөҙгә күберәк булған.
Башҡортостандың Велосипедсылар союзы рәйесе Егор Лукша белдереүенсә, тәүге йылдарҙа байрамда мең тирәһе генә кеше ҡатнашҡайны, һуңғы осорҙа был һан егерме меңдән ашып киткән.