

Уҡыусы йәштәр араһында «Йәшлек» республика йәштәр гәзите йыл һайын уҙғарып килгән Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Конкурсҡа 100 эш ҡабул ителгән, шуларҙың 26-һы төрлө номинацияла бүләкләнгән.
Беренсе пермияға «Ер-һыу атамалары – ата-олатайҙар аманаты» мәҡәләһе менән Баймаҡ районы Билал мәктәбенән Азат Хажиев лайыҡ тип табылған.
Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан Светлана Килмөхәмәтованың «Әбйәлил мөғжизәһе – өлтөк ағастар» тигән көндәлек яҙмаһы, Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенән Азалиә Шәйәхмәтованың «Ер-һыу атамаһының килеп сығышы беҙҙең үткәнгә бәйле» мәҡәләһе II премия менән баһаланған.
Салауат районы Янғантау мәктәбенән Алина Ғайсинаның «Мөсәт ауылы бай тарих һаҡлай», Белорет районы Шығай мәктәбенән Рәсим Юнысовтың «Ер-һыуыбыҙ тарихын өйрәнәйек», Сибай гимназияһынан Айҙар Әхтәмовтың «Хәйбулла районындағы күлдәр» материалдарына III премия лауреаттары исеме бирелгән.
Ейәнсура районы Ибрай мәктәбенән Нәргизә Ҡолмөхәмәтова, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Розалина Мөхәмәтйәнова, Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенән Рамаҙан Ғәббәсов, Әбйәлил районы Байым мәктәбенән Илназ Сәйетғәлин махсус приз менән бүләкләнгән, бәйгелә көсөн һынаған 16 уҡыусы «Халҡым киләсәге» номинацияһында еңеүсе булған.
Республика уҡыусыларының ижади конкурсы уҡыуҙа, сәнғәт, спорт өлкәһендә маһирлыҡ күрһәткән, төрлө бәйге-конференцияла, турнирҙа алдынғылыҡты бирмәгән, иҫән сағында «Йәшлек» гәзитендә төплө фекерле мәҡәләләр менән сығыш яһаған Булат Солтангәрәевтың яҡты иҫтәлегенә 2015 йылдан үткәрелеп килә. Унда мәктәп, лицей, гимназияларҙа белем алыусы IX – XI синыф уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша.
Булат Солтангәрәев Өфө ҡалаһының 3-сө гимназяһының сығарылыш уҡыусыһы була, 2011 йылдың 22 майында автоһәләкәттә ғүмере өҙөлә.