

Үткән аҙнала Йылайыр районында республикала беренселәрҙән булып һабантуй уҙҙы.
Ул Кесе Юлдыбай ауылы янында ойошторолдо. Байрамда республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондары етәкселәре ҡатнашты.
Һабантуй программаһы ифрат бай, һәр кем күңеленә хуш килерлек итеп төҙөлгәйне. Район хакимиәте байрамдағы рәсми ҡунаҡтар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашыуында "түңәрәк өҫтәл" үткәрҙе. Унда ауыл хужалығын артабан үҫтереү юлдары буйынса әүҙем фекер алышыу барҙы.
Был аҙнала милли байрам Башҡортостандың 15 районында үттә. Шулай уҡ 3 июндә республиканың, күрше өлкәләрҙең һәм яҡындағы сит илдәрҙең эшлекле даирәләре Сибайға – «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйына йыйыла.