

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 739 293 кеше (прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 110,2 проценты) яһатҡан, ике компонентын да ҡаҙатып, вакцинацияны тамамлаусылар – 2 526 629 (101,7 процент).
Ревакцинация үтеүселәр ҙә көндән-көн арта, әле прививканы ҡабаттан яһатыусылар – 536 383.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә инфекция 89 ауырыуҙа раҫланған, 87 кеше унан һауығыуға өлгәшкән.
Бөгөнгө көндә коронавирустан стационарҙа дауаланыусылар – 135, уларҙың 27-һе ауыр хәлдә. Үткән тәүлектә зәһәр вирустан үлеү осраҡтары теркәлмәгән.