+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Мая 2022, 07:52

Рәсәй буйлап бушлай сәйәхәт

Башҡортостан халҡы Рәсәй буйлап бушлай путевка ота ала. “Сәйәхәткә ҡарағанда ла ҙурыраҡ” проекты ил буйынса бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирә. Путевкаларҙы “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” һәм Рәсәй йәмғиәтенең “Белем” проекттары еңеүселәре аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй буйлап бушлай сәйәхәтРәсәй буйлап бушлай сәйәхәт
Рәсәй буйлап бушлай сәйәхәт

Башҡортостан халҡы Рәсәй буйлап бушлай путевка ота ала. “Сәйәхәткә ҡарағанда ла ҙурыраҡ” проекты ил буйынса бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирә. Путевкаларҙы “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” һәм Рәсәй йәмғиәтенең “Белем” проекттары еңеүселәре аласаҡ.

Сәйәхәт географияһы  илдең 79 төбәген үҙ эсенә ала. Экскурсиялар, алдынғы спикерҙарҙың лекциялары, мастер- класстар, тренингтар һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙа әүҙем ҡатнашыуға -  өс көндән 6 айға тиклем барлығы 370 турпрограмма индерелгән.

 Проект сиктәрендә “Эксперт десанты” туристар киләсәк төбәктәргә сығып уның туризм мөмкинлектәрен баһалай. 2021 йылда Башҡортостанда Һамар, Ырымбур. Ҡаҙан, Киров Ижау, Пермь. Түбәнге Новгород ҡалаларының финалистары була. Ә Өфө еңеүселәре Санкт- Петербург ҡалаһына юлланған.

Проектта ҡатнашыусы, туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары  берлеге рәйесе Илдар Биккузин, проект сиктәрендә ҡала буйлап төрлө урындар менән танышыуы хаҡында һөйләгән. Улар араһында “Ленком” киностудияһы ла булған. Уның фекеренсә, туристарҙы ҡабул иткән төбәк яйлап  төрлө өлкәләрҙә танылыу яулай һәм   ҡунаҡтарҙы йәлеп итерлек абруйын арттыра.

фото башинформдан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас