-3 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Май 2022, 10:23

Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары билдәләнде

 “Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары” республика  бәйгеһенең – “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары билдәләндеБашҡортостандың иң яҡшы тауарҙары билдәләнде
Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары билдәләнде

  “Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары” республика  бәйгеһенең – “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Бәйге йомғаҡтары буйынса, 67 предприятиеның 118 тауары һәм хеҙмәттәре быйыл иң юғары баһаға лайыҡ булды һәм үҙ продукцияһына “Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары” логотибын ҡуйыу хоҡуғын алды. Төбәк этабын уңышлы үтеүселәр үҙҙәрен федераль кимәлдә күрһәтеү хоҡуғына эйә.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров конкурс еңеүселәрен һәм ойоштороусыларҙы ҡотланы һәм, ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, бәйгелә ҡатнашҡан предприятиелар коллективтарына рәхмәт белдерҙе.

– “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү майҙансығы булып тора. Ул эшмәкәрлектең бөтә мөһим өлкәләрен солғай. Бөгөн бында 67 ойошма вәкиле йыйылған. Уларҙың 118 продукцияһы һәм хеҙмәте иң яҡшыһы тип табылды. Был – бик һәйбәт һөҙөмтә. Былтыр предприятиелар һаны 60 ине, 100 продукция һәм хеҙмәт иң яҡшыһы тип баһаланғайны. Мәҫәлән, финалсылар араһында - Башҡортостан сода компанияһы. Уның продукцияһын, Нефтекама автозаводы автобустары, Шишмәлә етештерелгән көнбағыш майы,  “Альтернатива” компанияһының пластмасса әйберҙәре кеүек үк, һәйбәт беләләр, – тине Андрей Назаров һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” федераль конкурсында уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.

“Сифат менеджментының иң яҡшы системаһы” номинацияһында I дәрәжә диплом “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенә, II дәрәжәләгеһе – "Искож” йәмғиәтенә, III дәрәжә диплом Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһына бирелде.

“Сифат буйынса иң яҡшы менеджер” номинацияһында I дәрәжә диплом менән “Искож” йәмғиәтенең генераль директоры Киршина Лиана Рәйеф ҡыҙы, II дәрәжәләгеһе менән – “СТЕКЛОНиТ” йәмғиәтенең сифат һәм стандартлаштырыу  идаралығы етәксеһе Шершавая Елена Урал ҡыҙы, III дәрәжә диплом менән Өфө ҡалаһы 21-се дауаханаһының медицина ярҙамы сифаты һәм медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге бүлеге етәксеһе  Мөхәмәтйәнова Алиә Шамил ҡыҙы бүләкләнде.

“Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” программаһы быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Унда Башҡортостан предприятиелары иң баштан уҡ әүҙем ҡатнаша. Ошо осорҙа республика ойошмалары төбәк һәм федераль этаптарҙа 4 меңгә яҡын тауар һәм хеҙмәт күрһәткән. Төбәк конкурсында республикабыҙҙың 500-ҙән ашыу предприятиеһы ҡатнашҡан. Программаны ойоштороусылар – Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (Росстандарт) һәм “Сифат проблемалары академияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы. Конкурстың төп маҡсаттары – тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең иң яҡшы өлгөләрен билдәләү, илебеҙ предприятиелары һәм ойошмаларының – сифат өлкәһендә алдынғыларҙың ыңғай тәжрибәһен таратыу, сифат менеджментының һөҙөмтәле системаларын индереүгә булышлыҡ итеү.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас