+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Мая 2022, 15:58

Башҡортостан Прокуратураһында оло датаға арналған тантаналы йыйылыш үтте

Республика Прокуратураһында ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашлығында Совет Прокуратураһына 100 йылға арналған тантаналы сара ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Прокуратураһында оло датаға арналған тантаналы йыйылыш үттеБашҡортостан Прокуратураһында оло датаға арналған тантаналы йыйылыш үтте
Башҡортостан Прокуратураһында оло датаға арналған тантаналы йыйылыш үтте

Республика Прокуратураһында ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашлығында Совет Прокуратураһына 100 йылға арналған тантаналы сара ойошторолдо.

Республика прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Грязников ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм хөрмәтле ветерандарҙы иҫтәлекле дата менән тәбрикләне. Бөтә эшләү дәүерендә әлеге дәүләт органы закондарҙың үтәлешен күҙәтеү дәүләттең тотороҡло йәшәйешен тәьмин итеүҙә ни тиклем мөһим роль уйнауын иҫбат итте, граждандарҙың хоҡуҡи яҡланғанлығы, дәүләт именлеге тап прокуратураның уңышлы эшмәкәрлегенә бәйле, тип белдерҙе Александр Грязников.

Сараға ҡунаҡ булараҡ Рәсәй Фәндәр академияһының этнология һәм тарих институты директоры, юридик фәндәр докторы, профессор Сергей Михайлович Емелин да саҡырылғайны.

Мәғлүм булыуынса, Халыҡ Юстиция Комиссариаты составында совет прокуратураһы 1922 йылдың 28 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола.

Элекке хеҙмәттәштәрен отставкалағы республика прокуроры урынбаҫары Сыңғыҙ Ғәзизов ҡотланы.
Шулай уҡ Прокуратура ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, Рәсәй Рәссамдар, Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, скульптор Рафаил Зиннуровтың һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылыуы байрам сараһының күркәм дауамы булды. «Шәхес – тарихта» экспозицияһында авторҙың 26 эше тәҡдим ителгән, унда башлыса Башҡортостандың милли геройҙарының бюстары урын алған.

Артабан Александр Грязников коллективына оло, яуаплы эш башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ветерандарға изге теләктәрен юлланы.

Фото Башҡортостан Прокуратураһының рәсми сайтынан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас