+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Мая 2022, 10:34

"Бәхет биләмәһе" бәхетлелеләрҙе йыйҙы

  Бөгөн “Торатау” конгресс-холының концерт залы республикабыҙҙың  иң матур, иң уңған, һоҡланғыс аҫыл заттарын “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет биләмәһе”нә йыйҙы.  “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет биләмәһе” проекты авторы, хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Владимировна Хабирова сараны асып, хөрмәтле ҡунаҡтарға үҙенең күңел йылыһын еткерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та үҙ сығышында  бөгөнгө сараның бик әһәмиәтле булыуын билдәләп, ихлас ҡыуаныуын, бәхетле булыуын йәшермәне. Ул мәртәбәле   Мәскәү ҡунаҡтары –  актерҙар Людмила һәм Борис Токаревтар ғаиләһе, Рәсәй телевидениеһы тапшырыуҙарын алып барыусы дүрт бала әсәһе Мария Ситтель һәм Татарстандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Зилә Вәлиева менән  таныштырып, ҡунаҡтарға  рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Бәхет биләмәһе" бәхетлелеләрҙе йыйҙы"Бәхет биләмәһе" бәхетлелеләрҙе йыйҙы
"Бәхет биләмәһе" бәхетлелеләрҙе йыйҙы

53 йыл бергә һөйөклө ҡатыны  Людмила  менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле ғүмер кисергән  актер Борис Василевич Токарев ғаилә тормошонда  мөхәббәттең, сабырлыҡтың иң мөһим сифаттар икәнлеген  һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Яҡташыбыҙ, Татарстан ҡунағы Зилә Вәлиева “Бәхет биләмәһе”нә саҡырыу өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм  алып килгән күстәнәсе- сәк-сәк менән бүлеште.   

Башҡортостан  Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ла форумда ҡатнашыусыларҙы ялҡынлы тәбрикләне.  «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектында ҡатнашыусылар өсөн ике көн дауамында лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс-тестар уҙғарыласаҡ. Ә кисен Арыҫлан Мөбәрәков исеменедәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры “Тау артында ниҙәр бар” исемле спектаклен күрһәтәсәк.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас