-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Мая 2022, 09:21

Радий Хәбиров халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин үткәргән Рәсәй Дәүләт Советы президиумының халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса ултырышында ҡатнашты. Был турала республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышында ҡатнаштыРадий Хәбиров халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Ултырыш башында Владимир Путин 2022 йылдың 1 июненән минималь хеҙмәт хаҡы, йәшәү минимумы һәм пенсияларҙың 10 процентҡа артыуы хаҡында белдерҙе. Ул, эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 1 ғинуарҙан 8,6 процентҡа индексацияланды ла инде, тип  билдәләп үтте. Шулай итеп, пенсияларҙың былтырғы кимәлгә ҡарата артыуы 19,5 процент тәшкил итә, был иһә хаҡтар үҫеү кимәленән күберәк.

“Инфляция үҫеше, эксперттар баһалауы буйынса, аҡрынайҙы, – тине Владимир Путин. – 2022 йыл йомғаҡтары буйынса, ул 15 проценттан юғары булмаясаҡ”.

Рәсәй Президенты хеҙмәт хаҡын арттырыу сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле алып барыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Беҙҙең төп бурыс – граждандарҙың табыштары кимәле йәшәү минимумы күләменән һиҙелерлек юғары булһын өсөн, минималь хеҙмәт хаҡы күләмен артабан арттырыу”, – тип өҫтәне Владимир Путин.

Ултырышта ҡатнашыусылар халыҡтың төрлө категорияларын, атап әйткәндә, аҙ килемлеләрҙе һәм күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау сараларын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса брифингта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылдан башлап дәүләттең балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә айырыуса ҙур баҫым яһауын билдәләне. Яңыраҡ булдырылған мөһим түләүҙәрҙең береһе – 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар.

Ул эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын 10 процентҡа арттырыу тураһында ултырышта иғлан ителгән ҡарарҙың үтә әһәмиәтле булыуын әйтеп үтте. “Был яҡшы ярҙам. Шулай уҡ минималь хеҙмәт хаҡы күләме, йәшәү минимумы ла арта. Ни өсөн йәшәү минимумы мөһим? Сөнки уға башҡа күп түләүҙәр бәйле. Йәғни был ҡарар һөҙөмтәһендә өҫтәмә түләүҙәр алыусы кешеләр күбәйә”, – тип аңлатып үтте Хәбиров.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау хаҡында журналист биргән һорауға яуап итеп, Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Советы президиумы ултырышында шулай уҡ был теманың да тикшерелеүен әйтте, улар өсөн етди федераль түләүҙәр һәм, мәҫәлән, беҙҙә, Башҡортостанда, төбәк түләүҙәре барлығын билдәләне. “Ултырышта Президент Владимир Путиндың хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау саралары тураһындағы ҡарары ла шулай уҡ иң мөһимдәрҙең береһе булды”, – тине Радий Хәбиров.

Белешмә:

Башҡортостанда ғаиләләр, дөйөм алғанда, 20 төрҙән ашыу пособие һәм социаль ярҙам сараһы, шул иҫәптән федераль бюджеттан да, ала.

Күп балалы ғаиләләр (улар республикала 46 меңдән ашыу) – айырым иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, 23 йәшкә тиклемге 8 һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр 622,8 мең һум аҡсалата түләү бирелә. 2021 йылда уны – 52, 2022 йылдың беренсе кварталында 13 ғаилә алған.

Бынан тыш, 2022 йылда республика Хөкүмәте ғаиләләргә дөйөм суммаһы 136,8 миллион һумлыҡ өҫтәмә ярҙам сараларын раҫланы. Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам буйынса федераль фонд та был маҡсатта 14,6 миллион һум бүлде.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас