

Режиссер Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” фильмы ҙур экрандарға 2022 йылдың көҙ айында сығасаҡ. Ул кино белгестәренең фекеренсә, көтөп алынған премьера буласаҡ. Картина Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған һәм ул халыҡ аҡсаһына халыҡ фильмы тип иғлан ителгәйне.
Ошо көндәрҙә режиссер Булат Йосоповтың өс фильмының берләштерелгән тизеры донъя күрҙе. Тәүге милли трилогия төшөргән режиссер киң даирә тамашасыларға башҡа бик күп башҡорт фильмдары аша таныш. Ләкин трилогияларҙың тәүгеһе “Бабич”, икенсеһе “Беренсе республика” һәм өсөнсөһө “Шағир көндәлеге” режиссерҙың кино өлкәһендәге әһәмиәтле эштәре булып һанала.
“Бабич” фильмында башҡорт поэзияһы классигы Шәйехзада Бабичтың яҙмышы, ижады һәм тормошо һүрәтләнһә, “Беренсе республика”ла Башҡортостанға һәм уның төҙөлөшөнә ғүмерен аямаған шәхестәргә гимн йырлана. Ә “Шағир көндәлеге” байопигы тормоштоң бөтә михнәттәрен үҙ иңендә татыған шағир яҙмышы, дөйөм алғанда алдынғы ҡарашлы новатор кешенең тормошон һүрәтләй.
Был картина баштан уҡ халыҡ аҡсаһына халыҡ фильмы тип иғлан ителһә лә, уны төшөрөүҙә Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан” һәм Свердловск киностудиялары бик ҙур ярҙам күрһәтте. Фильм көҙ айҙарында экрандарға сығыр тип көтөлә.