

1 июнь балаларҙы халыҡ- ара яҡлау көнөндә “Торатау” конгресс- холында “Арт- ҡоролтай. Балалар” форумы уҙғарыла. Проект “Арт ҡоролтай” хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора һәм ул һәләтле балаларҙы үҫтереү, яҡлау, киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауҙа мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
“Арт -ҡоролтай.Балалар” форумында “Башҡортостан- Евразия йөрәге” ижади проектарҙың тәүге асыҡ конкурсын, оҫтахана дәрестәре, тренингтар уҙғарыу, кино кастингтарҙа ҡатнашыу, интерактив тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар ойоштороуҙы, еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләүҙе күҙ уңында тота.
Сараның эшлекле өлөшө панель секцияларҙан торасаҡ.
Тәүге тапҡыр балалар өсөн “Арт- ҡоролтай” 2021 йылда уҙғарылды. Уның девизы традицияларҙы һаҡлау һә киләсәккә ышаныслы юл һалыу тип билдәләнде. Унда 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашып, һәләтле уҡыусыларҙың мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт өлкәһендәге проекттары тәҡдим ителде.